Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Министерство образования и науки Республики Башкортостан

Әсбирә Кәбирова тәжрибә уртаҡлашты

19 Ноября 2020
22
0

Республикабыҙҙа Бөрө, Асҡын, Балтас, Благовещен, Борай, Ҡариҙел, Мишкә райондарының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнашлығында онлайн-конференция ойошторолдо. Сара Башҡорт теле йылына арналды.

Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы начальнигы Булат Зинуров хәбәр итеүенсә, быйыл көҙ Ғафури районының Красноусол ҡасабаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумында, шулай уҡ күптән түгел республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайыш төбәгенә ҡараған Дүртөйлө, Илеш, Ҡалтасы, Краснокама, Тәтешле, Саҡмағош, Яңауыл райондары, Нефтекама һәм Ағиҙел ҡалаларының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының онлайн-конференцияһында башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса эшлекле һөйләшеү булған.

Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтының Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге етәксеһе Әлфиә Әбделмәнова әйтеүенсә, бындай сараларҙа уҡытыусылар әүҙем, теләп ҡатнаша.

Педагогтар конференцияһында Ҡариҙел районындағы Байҡыбаш урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әсбирә Кәбирова бай эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты, киләсәккә уй-пландары менән таныштырҙы.

– “Юғары ос!” мәғариф проекты республикабыҙҙа уңышлы тормошҡа ашырыла, – тине Әсбирә Мәғәрүф ҡыҙы. – Интерактив башҡорт теле модуле нигеҙендә башланғыс класс балалары өсөн уҡыу-уҡытыу комплекты эшләнгән. Ҡушымталар ярҙамында “Хәйләкәр төлкө”, “Әлләсе”, “Балалар”, “Сәләм!” тигәндәренән дәрестә иркен файҙаланабыҙ, шулай уҡ ял сәғәттәрендә лә рәхәтләнеп ҡулланабыҙ.

Бүтән сығыш яһаусылар ҙа фекерҙәрен еткерҙе, уҡытыусылар оҫталыҡ дәресе күрһәтте, психологик тренингтар ойошторолдо.

Источник: "Башкортостан"

  • Әсбирә Кәбирова тәжрибә уртаҡлашты