Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Министерство образования и науки Республики Башкортостан

“Боҙ ҡуҙғалды, эш башланды!”

17 Ноября 2020
16
0

Сентябрь аҙағында Ғафури районының Красноусол ҡасабаһында үткән Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумын республиканың барлыҡ матбуғат һәм мәғлүмәт саралары киң яҡтыртты.  Уның эшендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров шәхсән ҡатнашып, башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса аныҡ тәҡдимдәрен һәм фекерҙәрен еткергәйне.

Форум гөрләп үтеп китте. Ә бөгөн унда күтәрелгән мәсьәләләрҙе хәл итеү йәһәтенән нимәләр эшләнә? Ниндәй ҡарарҙар ҡабул ителде, маҡсаттар билдәләнде? Ошоларҙың барыһын да уҡытыусыларға еткереү маҡсатында 10 ноябрҙән 10 декабргә тиклем республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты менән берлектә онлайн-алымда зона конференциялары үткәрә. Уларҙың тәүгеһе кисә, 12 ноябрҙә, ойошторолдо. Уның эшендә төньяҡ-көнбайыш зона – Дүртөйлө, Илеш, Ҡалтасы, Краснокама, Тәтешле, Саҡмағош, Яңауыл райондары, Ағиҙел һәм Нефтекама ҡалаларының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнашты.

Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы начальнигы Булат Илшад улы Зинуров әлеге форум нигеҙендә ҡабул ителгән ҡарарҙар, был йүнәлештә башланған эштәр менән таныштырып үтте. Мәҫәлән, форумда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башҡорт телен балалар баҡсаһынан өйрәтә башлау бурысын ҡуйҙы. Булат Илшад улы әйтеүенсә, был йүнәлештә эш башланған, Мәғариф һәм фән министрлығының уҡытыу-методика советы тарафынан бер нисә программа ҡаралып, 2021 йылда нәшер ителәсәк әсбаптар исемлегенә индерелгән. Тимәк, балалар баҡсаларында башҡорт телен өйрәтәсәк педагогтар өсөн уҡытыу программалары буласаҡ. Шулай уҡ министрлыҡ мәктәпкәсә тәрбиә учреждениеларын башҡорт телендәге электрон уйынсыҡтар, музыкаль ҡорамалдар менән тәьмин итеү йәһәтенән дә аныҡ пландар билдәләгән: мөмкинлеккә ҡарап, йыл һайын 40–50 балалар баҡсаһы ошондай уйынсыҡтар һәм башҡа кәрәк-яраҡ аласаҡ.

Быйыл мәғариф өлкәһендә йыл педагогтарын билдәләүгә арналған республика конкурсында башҡорт төркөмөндә эшләгән тәрбиәселәр тәүге тапҡыр айырым – “Туған телде өйрәтеү буйынса иң яҡшы тәрбиәсе” номинацияһында көс һынашасаҡ. Ошоға бәйле министрлыҡ тарафынан конкурстың положениеһына үҙгәрештәр индерелгән.

Форум нигеҙендә ҡабул ителгән ҡарарҙарға ярашлы, республикала эшләп килгән милли мәктәптәрҙең матди-техник базаһын ентекле тикшереп, уларҙы яҡшыртыу, заманса мәктәптәр кимәленә сығарыу бурысы ҡуйыла. Булат Илшад улы шулай уҡ башҡорт теленең халыҡ-ара сертификатын булдырыу, мәктәптәр һәм колледждар араһында “Иң яҡшы башҡорт теле кабинеты” конкурсын үткәреү, башҡорт теле уҡытыусыларына ярҙам рәүешендә берҙәм ресурс барлыҡҡа килтереү буйынса башланған эштәргә ентекле туҡталды. Әйтергә кәрәк, был йәһәттән маҡтап телгә алырлыҡ башланғыстар бар. Мәҫәлән, “Туған тел донъяһы” порталы әле тулыланыу өҫтөндә. “Киләсәктә ул башҡорт теле уҡытыусыларының тәжрибә уртаҡлашыу, аралашыу майҙансығына әйләнер, уларға ҙур ярҙамсы булыр, тип уйлайбыҙ”, - тине Милли мәғариф идаралығы начальнигы һәм мөғәллимдәрҙе уның эшендә әүҙем ҡатнашырға, порталды тулындырыу, байытыу йәһәтенән тәҡдимдәрен еткерергә саҡырҙы.

Республика Башлығы Радий Хәбиров форумда сығыш яһап, Мәғариф һәм фән министрлығы алдына туған телдәрҙе уҡытыуҙы камиллаштырыу бурысын ҡуйғайны. “Ошоға бәйле 2021 йылда башҡорт телен уҡытыу буйынса иң яҡшы методикаға конкурс иғлан итергә уйлайбыҙ. Уҡытыусыларҙы ошо сарала ла әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ. Бәлки, әлеге көндә тап һеҙ ҡулланған тел уҡытыу методикаһы иң яҡшыһы тип табылыр һәм бөтә республикаға тәҡдим ителер”, – тине Булат Илшад улы.

Һөйләшеү барышында шулай уҡ башҡорт телен өйрәнеү буйынса йәкшәмбе мәктәптәрен асыуға ҡағылышлы мәсьәлә лә ҡаралды. Ошоғаса милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән төбәктәрҙә 13 йәкшәмбе мәктәбе эшләп килде, яңыраҡ Тәтешле районы менән берлектә Пермь крайында уларҙың 14-һе асылды. Был йәһәттән Башҡортостан Башлығының республиканың дәүләт һәм халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән гранты ҙур мөмкинлектәр аса. “Киләһе йылда ошо нигеҙҙә тағы һигеҙ йәкшәмбе мәктәбе асырға планлаштырғанбыҙ”, – тип билдәләне Булат Илшад улы. 

Артабан Башҡорт дәүләт университетының Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы, филология фәндәре докторы, профессор Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллина төбәк-ара мәғариф системаһында белем биреү учреждениеларының үҙ-ара хеҙмәттәшлеге тураһында сығыш яһаны. “Бөгөн йәмғиәткә төрлө етди мәсьәләләрҙе үҙаллы хәл итерлек, хеҙмәттәшлеккә ынтылыусан, эшлекле, дәүләт, халыҡ һәм милләт яҙмышына ҡарата яуаплылыҡ тойған белемле һәм әхлаҡлы кешеләр кәрәк. Ошо бурыстарҙы хәл итеүҙең бер юлы – мәктәп, урта һөнәри уҡыу учреждениелары менән юғары уҡыу йорттарының хеҙмәттәшлеге” , – тип билдәләне ул. Гөлфирә Риф ҡыҙы тел һәм әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһынған мәктәп уҡыусыларын филология факультеттарына маҡсатлы рәүештә йүнәлтеп, юғары белемле белгестәр әҙерләү, шулай уҡ методик ҡулланмалар, әсбаптар сығарыу эшендә тел ғалимдары менән башҡорт теле уҡытыусыларының берҙәм эшмәкәрлеген булдырыу, мәктәптәрҙә һәм уҡыу йорттарында эшләгән түңәрәктәр, факультативтар араһында хеҙмәттәшлеккә юл асыу зарурлығын билдәләне.

Саҡмағош районы үҙәгендәге 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәмзилә Рауил ҡыҙы Исламғәлиева бөгөн туған тел нескәлектәренә өйрәткән мөғәллимдәр алдында торған бурыстар тураһында сығыш яһаны. Ул, Ғафури районының Красноусол ҡасабаһында үткән Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумында ҡатнашыусы булараҡ, коллегаларын әлеге оло йыйында күтәрелгән мәсьәләләр, иғтибар ителергә тейешле һорауҙар һәм яңылыҡтар менән ихлас таныштырҙы. Башҡорт теле дәрестәрендә заманса технологияларҙы, мәҫәлән, “Сәләм”, “IQБалабаш”, “Әлләсе” кеүек мобиль ҡушымталарҙы ҡулланыу, уйын алымдары ярҙамында балаларҙа тел өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу мөмкинлеге хаҡында ла ентекле һөйләне Рәмзилә Рауил ҡыҙы. Ул яҡын көндәрҙә тормошҡа ашырыласаҡ эштәргә лә туҡталды. “Башланғыс кластар өсөн “Афарин” уҡыу-уҡытыу комплекты донъя күрәсәк. Ул модулле уҡытыуға нигеҙләнгән, башҡорт теле менән мәҙәниәт берлектә уҡытыласаҡ. Ғөмүмән, киләсәктә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен, башҡа фәндәр кеүек үк, дәреслекте һайлап уҡытыу мөмкинлеге буласаҡ, – тине ул был өлкәләге яңылыҡтар менән таныштырып. – Беҙҙең төбәк өсөн иң мөһиме – республика етәкселегенең һәм Хөкүмәтебеҙҙең төньяҡ-көнбайыш башҡорттары хаҡында маҡсатлы рәүештә хәстәрлек күреүе. Дөрөҫөн генә әйткәндә, бығаса беҙҙе бик үк иҫәпкә лә алмайҙар ине. Быйыл башҡорт теле буйынса берҙәм диктанттың төньяҡ-көнбайыш башҡорттары диалектында айырым үткәрелеүе үҙе бер тарихи ваҡиға булды. Был эштәр беҙҙе шатландыра, ҡанатландыра”. 

Артабан кәңәшмәлә ҡатнашыусылар иғтибарына Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумында күрһәтелгән оҫталыҡ дәрестәренең онлайн варианттары тәҡдим ителде. Һәр кем махсус һылтанма буйынса үтеп, үҙен ҡыҙыҡһындырған темаға дәрестәр ҡарап, тәжрибәһен, белемен арттырыу мөмкинлегенә эйә булды. Оҫталыҡ дәрестәренән һуң стресҡа ҡаршы тороу, башҡорт теле уҡытыусыһы эшендә медиатив технологиялар ҡулланыу, уңышҡа өлгәшеү ресурстары буйынса тренингтар ойошторолдо.

Ғөмүмән, был кәңәшмә форум ҡарарҙары нигеҙендә башланып торған маҡсатлы эштәрҙе, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары иңенә ниндәй оло бурыстар йөкмәтелеүен, шул уҡ ваҡытта уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн шарттар һәм мөмкинлектәр булдырылыуын асыҡ күрһәтеүгә өлгәште. “Боҙ ҡуҙғалды, эш башланды”, – тип билдәләне үҙенең сығышында Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы начальнигы Булат Илшад улы Зинуров. Был матур башланғыстарҙың һөҙөмтәләренә бергәләп ҡыуанырға яҙһын һәм “Хәйерле сәғәттә!” тигән изге теләктә ҡалайыҡ!

Источник: "Башкортостан"

  • “Боҙ ҡуҙғалды, эш башланды!”