Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Министерство образования и науки Республики Башкортостан

Хәйбулла районында ике мең ярымдан ашыу уҡыусы онлайн-дәрестәрҙә ҡатнаша

14 Апреля 2020
32
0

Дистацион уҡыу процессында электрон һәм ҡағыҙ кейстар ҙа ҡулланыла. Билдәле булыуынса, 212 баланың интернет-ресурстар менән файҙаланыуға техник мөмкинлеге юҡ. Шуға аҙна һайын дежур уҡытыусылар билдәләнгән адрестар буйынса эштәр тарата.

Онлайн-дәрестәргә килгәндә, һанлы мәғариф платформалары еңел һәм тиҙ үҙләштерелә. Уҡыусылар менән кире бәйләнеш булдырылған. Өй шарттарында белем тауына үрләүҙә ата-әсәләр ҙә төп терәк. Хәсәновтар ғаиләһендә генә дүрт бала, уларҙың өсәүһе мәктәптә уҡый.

Хәйбулла районы мәктәптәрендә бушлай ҡайнар аш менән тәьмин ителеүсе балаларға аҙыҡ-түлек тупланмаһы ла таратыла. Улар аҙ тәьмин ителгән һәм күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән, шулай уҡ һаулыҡтары сикләнгән балаларға тәғәйенләнгән. Аҡъяр ауылының 2-се урта мәктәбендә генә өс йөҙҙән ашыу уҡыусыға ҡоро паек бүленә.

Источник: БСТ

  • Хәйбулла районында ике мең ярымдан ашыу уҡыусы онлайн-дәрестәрҙә ҡатнаша