Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Министерство образования Республики Башкортостан

Ҡырмыҫҡалы районында инклюзив лагерь уңышлы эшләй

14 Августа 2019
21
0

Бер ниндәй сикләүһеҙ ял. Ҡырмыҫҡалы районында «Виктория» лагерының өсөнсө сменаһы тамамланды. Учреждение тарихында тәүге тапҡыр мөмкинлектәре сикләнгән балалар ял итте. Ун биш малай-ҡыҙ ата-әсәләре менән бергә ваҡытын файҙалы үткәрә. Мәҙәни һәм спорт сараларҙа ҡатнашыуҙан тыш, урында логопед, деффектолог һәм психолог консультацияһын бушлай алырға мөмкин була.

Инвалид балалар өсөн күптән айырым смена эшләү ниәте була, әммә лагерь етәкселеге уларҙы йәмғиәткә яраҡлаштырыуға, инклюзив белем биреүгә баҫым яһай. Сменаның һуңғы көнөндә ата-әсәләр һәм балаларҙың тәьҫораттарын Каринэ Хәбирова ла уртаҡлашты. Осрашыу сиктәрендә һауыҡтырыу лагерҙарында бындай ял форматын тәжрибә булараҡ ҡулланыу маҡсаты ҡуйылды

Каринэ Хәбирова: “Һәр ваҡыт өйҙә ултырған һәм дауалау курсттары үткән балаларға аралашыу майҙансыҡтары булдырыу мотлаҡ. Был күңелгә йылылыҡ һәм яҡшы эмоциялар килтерә. Сәләмәт балалар ҙа уларҙы күреп, әхлаҡи тәрбиә ала”.

Источник: БСТ

Открой Свою Республику: открытаяреспублика.рф
  • Ҡырмыҫҡалы районында инклюзив лагерь уңышлы эшләй